Ултырышта Республика етәксеһе Радий Хәбиров тыуым кәмеүен, төрлө ауырыуҙарҙан үлеү һәм юл-транспорт фажиғәләре сәбәптәрен ентекле өйрәнергә ҡушты. Медицина фәндәре докторы Мәхмүзә Ғәйнуллина халыҡтың һаулығын яҡшыртыу буйынса программа булдырырға һәм профилактикаға иғтибарҙы арттырырға кәрәк, тип иҫәпләй.
“Демография” милли проектында тыуымды арттырыу һәм медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу буйынса саралар ҡаралған. Ғаиләләргә матди ярҙам арта, дауаханаларҙа яңы ҡорамалдар ҡуйыла. Шулай ҙа был өлкәгә һәр ваҡыт иғтибар буласаҡ.