Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы иртә стадиялағы яман шеш тапҡандарға премия түләй башланы. Йыл башынан медиктар иртә стадияла яман шеш 1650 яман шеш диагнозы ҡуйғандар, тип хәбәр итә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте. Ете айҙа түләүҙәрҙең күләме 12 миллион һум тәшкил итәсәк. Йыл аҙағына тиклем төбәк ҡаҙнаһына 30 миллион сығыу ихтимал. Докторҙарҙы дәртләндереү төбәк программаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли поект сиктәрендә ҡабул ителгән. Был проект 5 йылға ҡаралған. Был ваҡыт эсендә эшкә яраҡлы халыҡтың үлем осрағы 100 мең кешегә 350 осраҡҡа кәмейәсәк тип фараз ителә. Милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн илдә 1,7 триллион тотонмаҡсылар.