Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Ноябрь 2019, 19:00

Йырла, «Иҙел», гөрлә, «Иҙел»!

#милли проекттар15 һәм 16 ноябрҙә Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында йәш профессиональ башҡарыусылар араһында «Иҙел» башҡорт һәм татар йыры 9-сы халыҡ-ара фестивале үтәсәк. Йыл да уҙғарылып килгән был проект ҡатнашыусылар һәм тамашасылар араһында популярлыҡ яуланы ла инде.

Быға тиклемге кеүек үк, конкурста Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән студенттар, вуз һәм ссуздарҙың вокал бүлеген тамамлаған йырсылар ҡатнашасаҡ. «Иҙел» фестивале лауреаты» исемен яулау өсөн улар: «Башҡорт» йәки «Татар халыҡ йыры», «Автор-башҡарыусы», «Башҡорт» йәки «Татар эстрадаһы йыры», «Академик йыр», «Балалар номинацияһы» һ.б. буйынса көс һынаясаҡ.
Беренсе көн – конкурс. Икенсе көн – баһалама ағзалары һәм фестивалдең абруйлы ҡунаҡтары ҡатнашлығында гала-концерт була. Концерт программаһында: Иҙрис Ғәзиев, Мөнир Яҡупов, Флүрә Килдейәрова, Наилә Фәтихова, Рәфис Сирусин, Зилиә Бәхтиева һәм башҡалар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект Рәсәйҙә халыҡ-ара теләктәшлекте нығытыу йылы тип ителгән 2011 йылдан бирле уҙғарылып килә.
Сара «Мәҙәниәт» милли проекты (Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы) һәм Бөтә донъя татар конгресы ярҙамы менән уҙғарыла.
Төрлө йылдарҙа «Иҙел»дең лауреаттары -танылған артистар: Радик Юлъяҡшин, Ришат Төхвәтуллин, Зилиә Бәхтиева, Лилиана Ғәзизова, Айгиз Ханов һәм башҡалар булды.
Диана Байтурина, проект координаторы. (89174826517)
Читайте нас: