Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Ноябрь 2019, 10:00

Декрет ялында яңы һөнәргә өйрән

#Милли проекттарӨс йәшкә тиклем балалары менән декрет отпускыһында булған ҡатын-ҡыҙҙар бушлай яңы һөнәр үҙләштерә ала. Был турала республикала асыҡ тыңлауҙар үтә.

Унда йәш әсәләргә яңы һөнәр алыу һәм квалификация күтәреү өсөн уҡытыу ойошторған эшҡыуарҙарҙың сығымдарын республика ҡаҙнаһынан ҡаплатыу проекты ҡарала. Ул Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Был документ БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү шарттары булдырыу” төбәк проектының “Демография” милли проекты сиктәрендә эшкәртелгән.
Әлбиттә, бала менән декрет ялында ултырыусы әсә замандан артта ҡалырға тейеш түгел. Ул эшкә сығыр алдынан һөнәре буйынса күнекмәләр үткәрә йәки хеҙмәт баҙарында кәрәкле яңы һөнәр үҙләштерә, яңы технологиялар менән эшләргә өйрәнә ала.
Был проект 2011 йылдан тормошҡа ашырыла башланы. Йыл һайын был программа буйынса 350-400 декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙ өҫтәмә белем алһа, 2018 йылға тиклем уларҙың һаны 4300-ҙән артып китте. Ә 2020 йылдан йыл һайын 1200-ҙән ашыу әсәгә яңы һөнәргә эйә булырға һәм квалификацияһын күтәрергә мөмкин буласаҡ, – ти Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү министрлығының һөнәргә уҡытыу, һөнәр һайлау һәм психологик ярҙам күрһәтеү бүлеге начальнигы Элина Ғатауллина.
Уның һүҙҙәре буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәрбиәсе, кондитер, тегенсе, дизайнер, парикмахер, визажист, бухгалтер, компьютер графикаһы дизайнеры булырға теләүселәр күп.
Шулай уҡ был программа буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаһы булған, әммә эш урыны булмағандар ҙа яңы һөнәр алыуға хоҡуҡлы. Уларға минималь эш хаҡы күләмендә стипендия түләнә.
Ҡарар проекты менән төбәк порталында танышырға һәм 27 ноябргә тиклем үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе еткерергә була: http://regulation.bashkortostan.ru/projects#npa=7793
Читайте нас: