Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Ноябрь 2019, 15:45

Стәрлетамаҡ урамдары көҙгөләй булыр

#нацпроектыРәсәй Президентының май указдарына ярашлы, милли проекттар буйынса төрлө өлкәлә әүҙем эш башланды. Ул 2024 йылға тиклем дауам итәсәк.

Ҡалала быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Социалистик, Вокзал, Төҙөүселәр урамдары, Октябрь проспектының дауамы һәм бульварҙар төҙөкләндерелде лә инде. Эштәр киләһе йылда ла дауам итәсәк. Ошоға бәйле Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте 2020 йылда юлдарҙы ремонтлау өсөн подрядсы ойошмаларҙы билдәләүгә аукцион иғлан итте. Юлдарҙы төҙөкләндереүгә ҡаҙнанан 161 миллион һум аҡса бүленәсәк.
2020 йылда 11 участкала юлдарға яңы асфальт түшәләсәк. Бына улар: Урман урамында, Стәрлебаш трактында (Суханов урамынан алып тимер юл киҫелешенә тиклем), Ленин проспектында (Химзавод ҡулсаһынан алып Фурманов урамына тиклем), Дуҫлыҡ (Геологический урамынан Нахимов урамына тиклем), Блюхер (Курчатов урамынан Коммунистик урамына тиклем), Островский (Сәғитов урамынан Баҫыу урамына тиклем), Ҡаранай Моратов (Коммунистик урамынан Артем урамына тиклем), Хоҙайбирҙин (Автовокзал ҡулсаһынан “Мәңгелек ут” ҡулсаһына тиклем), Николаев (Геологический урамынан Волочаевский урамына тиклем), Халтурин (Ырымбур трактының 0+000-1+208 участкаһында) һәм 23 Май урамдары.
Билдәле булыуынса, ремонт эштәре киләһе йыл майҙа башланасаҡ.
Читайте нас: