Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Ноябрь 2019, 10:00

Балалар ғына ишәйһен, баҡсаһы булыр!

#нацпроектыҠаланың 4А Көнбайыш биҫтәһендә 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөләсәк.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан социаль-иҡтисади үҫеш мониторингы буйынса дәүләт комитеты эште башлап ебәреү өсөн ҡорамалдар ташыуға, төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыуға подрядсы ойошмалар һайлау буйынса аукцион иғлан итте.
Билдәле булыуынса, Сити Молл” сауҙа үҙәге ҡаршыһындағы 17 ҡатлы йорт артында төҙөләсәк мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы киләһе йылдың ноябрендә тапшырылырға тейеш. Төҙөлөш эштәре өсөн бюджеттан 177 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Әлеге ваҡытта ҡалала Артем урамындағы 134-се йорт янында 90 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлә башлаған. Уны ла киләһе йыл август аҙағында файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр.
Ҡалала мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары төҙөүгә иғтибар артыуы, ҡыуаныслы күренеш, әлбиттә. Сөнки “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә асылған балалар баҡсаларының ишәйеүе эш урындары булдырыуға һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сираттың кәмеүенә лә булышлыҡ итә.
Читайте нас в