Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Ноябрь 2019, 10:00

“Бизнес-Контакт” үҙәге асылды

#милли проекттар«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү» милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡта Коворкинг – «Бизнес-Контакт» үҙәге асылды, тип хәбәр итте ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илдар Ғарифуллин.

Уны асыу тантанаһы Эшҡыуарҙар ассоциацияһының 20 йыллығына арналған сара барышында булды. Үҙәк Сакко-Ванцетти урамындағы 63-сө йортта урынлашҡан. Бында эшҡыуарлыҡҡа башлап тотоноусыларға оргтехникалы эш урындары, 50 урынлыҡ конференц-залды арендаға алырға, оҫталыҡ кластары, тренингтар, конференциялар үткәрергә мөмкин буласаҡ.
Читайте нас: