Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ноябрь 2019, 11:20

Субсидия алырға теләһәң...

#нацпроекты#регионпроектыБашҡортостанда теркәлеп, үҙҙәре етештергән продукцияны сит илгә сығарыусы бәләкәй һәм урта компанияларға республика бюджетынан субсидия бирелә. Был программа Рәсәй Президенты бойороғо буйынса эшкәртелгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Республикала 29 компанияға сит илгә тауар сығарған өсөн транспорт сығымдарын ҡаплатыуға республика бюджетынан субсидия бирелгән. БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, түләүгә бөтәһе 18, 4 миллион һум аҡса тотонолған.
Улар араһынан дүрт предприятиеға күптән түгел субсидия алыу өсөн килешеүгә ҡул ҡуйылған: “Көньяҡ Урал Үлсәү заводы” (Белорет), “Башлессервис” ЯСЙ (Белорет), “Нефтегазинжиниринг” НПП (Өфө), “Быраулауҙа инновациялар” ЯСЙ (Октябрьский).
– Был компаниялар Башҡортостандың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге хеҙмәттәрен әүҙем ҡуллана, – тип билдәләне БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Илгизәр Санъяров. – Улар өйрәтеүсе семинарҙарҙа ҡатнаша, контрагентты тикшереү, документтарҙы һәм презентация материалдарын сит ил теленә тәржемә итеү, экспорт контрактына экспертиза үткәреү буйынса мөмкинлектәрҙән һәм башҡа хеҙмәттәрҙән файҙалана.
Читайте нас: