Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Ноябрь 2019, 10:00

«Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар»

#миллипроекттар#төбәкпроекттарыБыл федераль проект сиктәрендә республика халҡына өҫтәмә белем алырға мөмкин.

Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләү программаһы тормошҡа ашырылырға тейешле пилот төбәктәр исемлегендә Башҡортостан да бар. Республикала программаның төбәк операторы - «БР электрон белем биреү» мәғариф учреждениеһы ассоциацияһы.

Проектҡа ярашлы, 2019 йыл аҙағына тиклем һанлы иҡтисад буйынса халыҡтың белемен камиллаштырып, бер мең һанлы сертификат тапшырылырға тейеш. Уҡытыуға республикалағы иң яҡшы белем биреү учреждениелары йәлеп ителә. Әлеге көндә критерийҙарға тап килгән белем биреү программаларын һайлап алыу эштәре бара. Уҡытыу федераль проект иҫәбенә алып барыла.

- Эште атҡарып сығыу өсөн ваҡыт бик аҙ, - тип белдерҙе проекттың етәксеһе Антон Куницкий Өфө нефть техник университетында үткәрелгән видеоконференцияла. - Был проект хеҙмәт баҙарында үҙ урыныңды табыу, эш эҙләү өсөн булдырылған. Шуға ла үҙенең квалификацияһын күтәреү өсөн һәр кем программаны дөрөҫ һайларға тейеш.

- Бөтәһе лә эште дөрөҫ башлап ебәреүҙән тора,- тип мөрәжәғәт итте БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов ултырышта ҡатнашыусыларға. - Тиҙ арала проект өҫтөндә эшләйәсәк командалар булдырып, үҙегеҙ уңышлы тип тапҡан өлкәлә белем биреү программаларын эшләп тапшырырға кәрәк. Эште бөгөндән башламаһаҡ, төбәгебеҙ өсөн аҙаҡ һуң булыуы ихтимал.

Ултырышта шулай уҡ уҡытыуҙың сифатлы һәм әһәмиәтле булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынып үтелде. Тағы ла шуныһы мөһим: бюджеттан финанслау өсөн белем биреү ойошмалары уҡытыуҙың уңышлы үткәнен иҫбатларға тейеш.

Уҡырға теләүселәргә ноябрь аҙағында уҡ персональ һанлы сертификат алыу өсөн заявка бирергә мөмкин.

Был программала Башҡортостанда йәшәгән урта һөнәри йәки юғары белемле 18 йәштән өлкәндәр ҡатнашып, һанлы иҡисад буйынса белемен камиллаштыра ала.

Сертификат менән йылына бер тапҡыр ғына файҙаланырға була, башҡа кешеләргә биреү тыйыла.

Уҡырға теләгәндәр РТИ платформаһында 2035 http://prog.2035.university/ теркәлеп, диагностика үтә һәм квалификацияны күтәреүгә тәғәйенләнгән программаға инеүгә рөхсәт ала.

Был турала тулыраҡ мәғлүмәтте 8-800-700-20-35 телефоны аша (бушлай) һәм платформала http://prog.2035.university/ алырға мөмкин.

Читайте нас: