Унда Күгәрсен, Көйөргәҙе, Йылайыр, Баймаҡ райондарынан, Ишембай,
Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары мәктәптәренән уҡыусы йәш журналистар ҡатнашты. Башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты базаһында 15 октябрҙән 1 декабргә тиклем уҙғарылған конкурста башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрендә яҙылған 60 текст һәм 15 видеоролик ҡаралды. Йәш категорияларына ҡарап, төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде һәм дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.