Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Декабрь 2019, 10:00

“Ашығыс ярҙам” машиналар паркы яңыртыла

#миллипроекттар#төбәкпроекттарыРеспублика дауаханаларына 13 өр-яңы “ашығыс ярҙам” машиналары тапшырылды. Был “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Автомобилдәр заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Унда наркоз-тын алыу ҡорамалдары, реанимация йыйылмалары, электрокардиограф, дефибриллятор, йылытылған юрғандар һәм башҡа медицина кәрәк-яраҡтары бар. “Ашығыс ярҙам” машиналары Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Салауат, Сибай, Октябрьский ҡалаларындағы дауаханаларға һәм Баймаҡ, Белорет, Бәләбәй, Бөрйән, Бүздәк, Дүртөйлө райондарындағы үҙәк дауаханаларға юлланды. Ә Ишембай үҙәк дауаханаһына ике машина оҙатылды.
Быйыл республика Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 24 “ашығыс ярҙам” машинаһы аласаҡ.
Читайте нас: