Республиканың Мәҙәниәт министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, учреждениеның төп бурысы – ғаилә традицияларын үҫтереү, кешеләрҙең ижади һәм социаль әүҙемлегенә булышлыҡ итеү.
– Үҙәктә ғаиләнең бар ағзаларына ла бер юлы мәҙәни-мәғариф хеҙмәттәр күрһәтелә, – ти ведомствоның мәғлүмәт хеҙмәте. – Улар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған: балалар уйын бүлмәһе, психолог, логопед, дефектолог кабинеттары бар. Теләгәндәр тренажер залында шөғөлләнә ала, кино яратыусылар өсөн мини 3D кинозал эшләй. Киләсәктә республикала Ғаилә үҙәктәренең эше йәнләндереләсәк.