Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Декабрь 2019, 10:00

Табипҡа – электрон сират аша

#миллипроекттар #төбәкпроекттары Башҡортостанда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә «Һаулыҡ һаҡлау берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу» төбәк программаһын тормошҡа ашырыуға бәйле, медицина учреждениеларында электрон сират ойоштороу өсөн терминалдар ҡуйыла.

Бөгөнгө көндә республиканың 110 медицина учреждениеһына электрон сират ойоштороу өсөн 143 комплект тапшырылды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Терминалдар электрон полистарҙан мәғлүмәттәрҙе уҡый ала, ул шулай уҡ ҡағыҙ полистарҙың штрих-кодын таныр өсөн сканерҙар менән йыһазландырылған. Хәҙер пациентҡа үҙе менән ҡағыҙ полисты йөрөтөргә лә кәрәкмәй, үҙенең кеҫә телефонында полистың фотоһын һаҡлау ҙа етә – терминал штрих-кодты телефондан да таный.

Был заманса ҡорамал табипҡа сиратты кәметәсәк һәм ауырыуҙарға табипҡа яҙылыуҙы еңелләштерәсәк. Әйткәндәй, киләһе йылда ҡалған медицина ойошмалары ла терминалдар менән тәьмин ителәсәк.

Читайте нас: