Уға ярашлы Стәрлетамаҡта онкологик сирҙәрҙе диагностикалау үҙәге булдырыла. Был “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Позитрон-эмиссия томографияһы (ПЭТ-КТ) ярҙамында алдан онкологик йәки неврологик сирҙәрҙе асыҡларға, радиоизотоп диагностика алымы менән кешенең эске органдарын тикшерергә мөмкин буласаҡ. Онкологияла ПЭТ яман шештәрҙе диагностикалау, метастаздарҙы эҙләү һәм дауалауҙы контролдә тотоу өсөн файҙаланыла.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында ПЭТ/КТ–диагностика үҙәген киләһе йыл аҙағында асыу күҙаллана. Үҙәктә йылына өс меңләгән кеше тикшереү үтә аласаҡ.
ПЭТ/КТ–диагностика үҙәгендә медицина хеҙмәте Граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһы, Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мотлаҡ медицина страховкалауы һәм Мотлаҡ медицина страховкалауының федераль фонды аҡсаһына медицина ярҙамы өсөн түләү ысулдары буйынса методик тәҡдимдәргә ярашлы күрһәтелә.