Һуңғы ике йылда республикала ветеринария автопаркы яңыртыла башланы. Бында машиналарҙың 80 процентҡа яҡыны иҫкергәйне. Былтыр ветеринария-санитария экспертизаһы мобиль лабораториялары, дезинфекция үткәреү өсөн “ГАЗ” һәм “УАЗ” автомобилдәре базаһында ДУК, махсус йыһазландырылған Лада “Ларгус” һәм Лада “Гранта” - йәмғеһе 80 машина һатып алынған.
Быйыл республика бюджеты ярҙамында 40 автомобиль, шул иҫәптән “ГАЗ” машиналары базаһында ДУК һәм дарыуҙарҙы һаҡлау өсөн һыуытҡыслы еңел автомобилдәр һатып алыуға ирешелгән. Хәҙер өр-яңы автомобилдәр менән хеҙмәтләндереү ҙә еңелләшәсәк.
Фото: "Башьнюс"