Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Декабрь 2019, 10:05

Күршеләрҙә – тәүге модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты

#миллипроекттар#төбәкпроекттарыРәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын үтәү йөҙөнән, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошға ашырыу сиктәрендә Ауырғазы районының Степановка ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы булды.

Районда тәүге модулле ФАП яҡын-тирә алты ауылды хеҙмәтләндерәсәк. Был биләмәлә бер меңгә яҡын кеше йәшәй, уларҙың 167-һе – балалар.
Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты заман талаптарына һәм санитар нормаларға яуап бирә, һыуыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин ителгән, электр энергияһы менән йылытыла. Ул пациенттарҙы фельдшер, акушер һәм үҙәк район дауаханаһы табиптарының күсмә бригадаһы ҡабул итерлек кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Бында халыҡты, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе лә хеҙмәтләндереү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас: