Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Декабрь 2019, 10:00

Башҡорт дәүләт транспорт академияһын асыуҙары ихтимал

#миллипроекттар#төбәкпроекттарыРеспубликаның Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡорт дәүләт транспорт академияһын асырға тәҡдим итте.

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында «заказсылар һәм подряд ойошмалары вәкилдәре компетентлыҡ кимәленең етерлек булмауын күрһәтте», - тип билдәләне ул.
Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, юл-транспорт тармағы әле үк квалификациялы инженер-техник кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Ошондай ҡытлыҡ, ғәмәлгә ашырыу планлаштырылған эш күләмен иҫәпкә алып, арта бара.
- Шуға бәйле транспорт белеме буйынса координация советын булдырыу һәм Өфө автотранспорт колледжын республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ҡарамағына тапшырыу, артабан уны юғары уҡыу йорто — Башҡортостан дәүләт транспорт академияһы рәүешендә аккредитациялау башланғысы менән сыҡтыҡ. Был юл-транспорт предприятиеларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирер ине, — тине Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе.
Радий Хәбиров башланғысты хупланы, республиканың бюджет урындары менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләне һәм республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға проектты ғәмәлгә ашырыуға ҡушылырға ҡушты.
Фото: Bash.News
Читайте нас: