Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Декабрь 2019, 10:00

Республикала дүрт ауыл мәҙәниәт йорто асылған

#миллипроекттар#төбәкпроекттарыБыйыл республикала дүрт ауыл мәҙәниәт йорто төҙөлгән. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған.

Мәҫәлән, Шишмә районының Келәш ауылында өр-яңы Мәҙәниәт йорто төҙөлгән. Уның дөйөм майҙаны - 684 квадрат метр. Уны төҙөүгә Башҡортостандың социаль маҡсатлы программалары фонды иҫәбенән 64,596 миллион һум, ә йыһазландырыуға республика ҡаҙнаһынан 10,339 миллион һум аҡса бүленгән. Шулай уҡ Салауат районының Мөрсәлим ауылында 200 урынлыҡ 854 квадрат метр майҙанды (50,1 миллион һум тотонолған), Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында 150 урынлыҡ 684 кв. м майҙанды (42,7 миллион һум тотонолған) һәм Дыуан районының Дыуан ауылында 600 урынлыҡ 3064 кв.м майҙанды (92 миллион һум тотонолған) биләгән мәҙәниәт үҙәге төҙөлгән.

Унда тамаша залы, китапхана, түңәрәктәр һәм студиялар өсөн махсус бүлмәләр бар.

Ә Миәкә, Ҡалтасы, Бөрйән, Йылайыр райондарындағы мәҙәниәт йорттары реконструкцияланған һәм капиталь ремонт үткәрелгән. Шулай уҡ 12 күп функциялы ауыл клубы, 10 кинозал асылған.

Читайте нас: