Ул ағас ултыртыу, урмандарҙы тергеҙеү, кәрәкле техника алыу өсөн ҡулланыла. Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айрат Искәндәров белдереүенсә, быйыл 45 дана төрлө техника һәм 265 дана төрлө кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған. Урмандарҙы тергеҙеүгә быйыл 83 миллион һум аҡса сарыф ителгән.
“2019 йылда “Урмандарҙы һаҡлау” проекты тулыһынса тормошҡа ашырылды һәм һөҙөмтәләре лә күҙгә күренерлек”, - ти Айрат Искәндәров.
Киләһе йылда ла был эш дауам итәсәк. Шулай уҡ ведомствоға ҡараған учреждениеларҙы 2024 йылға тиклем тулыһынса янғын һүндереү техникаһы менән тәьмин итеү ҡарала.