Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Декабрь 2019, 10:00

Тағы ла 37 мәктәп автобуслы булды

#миллипроекттар#төбәкпроекттарыӨфөлә Башҡортостан муниципалитеттары өсөн федераль аҡсаға һатып алынған мәктәп автобустарын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Машина асҡыстарын Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров тапшырҙы. Автобустар ошондай хеҙмәткә мохтаж тағы бер мең баланы мәктәптәргә йөрөтә аласаҡ, тип билдәләне вице-премьер.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәте буйынса, 21 муниципалитет (Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Благовар, Бөрйән, Ғафури, Дүртөйлө, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Хәйбулла, Нефтекама, Салауат), шулай уҡ һаңғырау уҡыусылар өсөн Өфө коррекция мәктәп-интернаты, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн Илеш коррекция мәктәп-интернаты автобуслы булды. Улар4а ПАЗ маркалы 28 автобус, ике ГАЗ, алты ГАЗ Next микроавтобусы, бер КАВЗ тапшырылды. Тағы ла шуныһы мөһим: яңы автобустар ГЛОНАСС спутник навигацияһы һәм тахографтар менән йыһазландырылған.
Әйткәндәй, 2019 йылда республика бөтәһе 143 автобус һатып алған. Хәҙер Башҡортостанда 2749 тораҡ пункттан 872 мәктәптең 41951 уҡыусыһын 1436 автобус йөрөтә.
Һуңғы өс йылда автобус автопаркы федераль һәм төбәк бюджеттары аҡсаһына даими тулыландырыла, был файҙаланыу ваҡыты үткән автобустарҙы ваҡытында иҫәптән сығарырға, шулай уҡ яңы маршруттар индерергә мөмкинлек бирә, тип билдәләнеләр Мәғариф министрлығында.
Читайте нас: