Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Декабрь 2019, 10:00

Ауыл биләмәләре тотороҡло үҫешә

#миллипроекттар#төбәкпроекттарыБашҡортостанда “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” программаһы тамамланды.

Уны тормошҡа ашырыу өсөн биш йылда 6 миллиард һум аҡса сарыф ителгән, уның яртыһы республика бюджетынан бүленгән. Был программаға ярашлы 3617 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн субсидия алған, уларҙың 70 проценты – йәш ғаиләләр һәм йәш белгестәр; 18 фельдшер-акушерлыҡ пункты, спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөлгән; 260 км газ үткәргес һәм 550 км һыу үткәргес төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылған; урындағы граждандарҙың инициативаһына грант менән ярҙам итеү буйынса 15 проект тормошҡа ашырылған.

Бөгөнгө көнгә шулай уҡ участкалар әҙерләүҙе, мәктәптәр, балалар баҡсалары, ФАП-тар, ауыл клубтары, спорт майҙансыҡтары төҙөүҙе, биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә алған биш комплекслы төҙөү проекты тормошҡа ашырылған. Иң мөһиме, “Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар” милли проекты сиктәрендә 167 километрҙан ашыу ауылдарға инеү юлдары сафҡа ингән. Әйткәндәй, 2022 йыл аҙағына тиклем тағы ла 11 ауылға инеү юлдары төҙөү планлаштырыла.

Фото: Минсельхоз РБ

Читайте нас: