“Майҙансыҡтар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә киләһе йылдың икенсе яртыһынан файҙаланыуға тапшырыласаҡ”, - ти БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Уның һүҙҙәре буйынса, Өфөлә Республика клиник перинаталь үҙәге биләмәһендә шундай бер майҙансыҡ асылған да инде.
Июль айында Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Асҡын, Баймаҡ (Сибай), Мәсәғүт, Белорет һәм Өфөлә яңы майҙансыҡтар төҙөлөргә тейеш. Әйткәндәй, пациенттарҙы Өфөгә вертолетта алып барыу ваҡытты бер аҙ экономияларға мөмкинлек бирәсәк. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтан Өфөгә вертолетта осоу өсөн 40 минут ваҡыт етә, Сибай һәм Баймаҡтан – 1 сәғәт 40 минут, Белореттан 1 сәғәт 30 минутта килеп етергә мөмкин.