Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Ғинуар 2020, 17:51

Ауылдарҙы төҙөкләндереү дауам итәсәк

#миллипроекттар#төбәкпроекттарыБыйыл республикала “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” программаһы эшләй башлаясаҡ. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы заявкаларҙы яҡлап, унда ҡатнашыу өсөн норматив документтар әҙерләгән.

2020-2022 йылдарҙа ауылдарҙы төҙөкләндереүгә 4,7 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнлтеләсәк, уның 3 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан. Уның бер өлөшө шәхси йорттар төҙөүгә субсидия итеп биреләсәк. Республикала 140 километр газ һәм 157 километр һыу үткәргестәр төҙөүгә заявкалар бирелгән дә инде. 40 ҡасаба – газ һәм 50 ауыл һыу менән тәьмин ителәсәк. Ауыл биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү программаһы буйынса ете муниципалитетта 11 проектты тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Саҡмағош районында – 200 урынлыҡ мәктәп, Яңауыл районында 50 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөү ҡарала.

Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше проектын тормошҡа ашырыу өсөн 750 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Әле Баҡалы, Салауат, Яңауыл, Хәйбулла райондарында биш проект һайлап алынған.

Читайте нас в