Әлегә ер эштәре башҡарылған, нигеҙ һалынған. Объекттар милли проекттар сиктәрендә федераль һәм республика бюджеты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Бында алданған өлөшсөләр буйынса ла мәсьәлә ыңғай хәл ителәсәк.
Быйыл 391 гражданға «Йәштәр» микрорайонында квадрат метрҙар бүленде. Шулай уҡ киләһе йыл «Миловка паркы»нда өс күп фатирлы йортто сафҡа индереү планлаштырыла. Ҡалған проблемалы объекттар буйынса эш өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусы граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау федераль фонды ярҙамында йәнләнер тип көтөлә.
Быйыл Башҡортостанда барлығы ун өс проблемалы торлаҡ сафҡа индерелгән, ике меңгә яҡын кеше фатир туйлаған. Был турала Хөкүмәт йортонда үткән «Төҙөлөш сәғәте»ндә лә билдәләнде. Ултырышта шулай уҡ төҙөлөш өлкәһенең проектлы финанслауға күсеү мәсьәләһе ҡаралды.