Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Ғинуар 2020, 23:03

Федераль бюджеттан 1,23 миллиард һум үҙләштерелгән

#миллипроекттар#төбәкпроекттарыБылтыр “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республикала федераль бюджеттан 1,23 миллиард һум аҡса үҙләштерелгән.

Башҡортостандың 54 районында 133 гуманитар һәм цифрлы профилдәге “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге асылған.
46 муниципаль районда 40,7 миллион һумға 43 спорт залы һәм биш асыҡ ҡоролма ремонтланған һәм спорт инвентарҙары һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.
Ә 63 муниципалитетта “Һанлы белем биреү мөхите” проекты тормошҡа ашырылған. Улар араһында иң әүҙеме – Өфө районының Миловка мәктәбе. Бында шулай уҡ республикала тәүгеләрҙән булып агрокласс асылған.
22 белем биреү ойошмаһында универсаль ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырылған һәм 12 коррекцион белем биреү ойошмаларында 50,3 миллион һумға матди-техник база яңыртылған. Республикала алты колледжда заманса стандарттарға ярашлы 30 яңы оҫтахана асылған. Улар араһында Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледж да бар. Шулай уҡ Ишембай һәм Баймаҡ райондарында, Октябрьский ҡалаһында технопарктар барлыҡҡа килгән. Хәҙер уларҙың һаны - 11. Технопарктар селтәре артыу менән унда шөғөлләнгән балалар һаны 36543-кә еткән.
Киләсәктә бындай белем биреү учреждениелары бермә-бер артасаҡ.
Читайте нас: