Ошоға бәйле, ҡалала йәшәүселәр рейтинг тауыш биреүгә үҙ тәҡдимдәрен индерә ала. Заявкалар 9 ғинуарҙан 22-һенә тиклем ҡабул ителә, тип хәбәр итәләр ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығынан.
Заманса ҡала мөхите булдырыу буйынса йәмәғәт комиссияһы килгән тәҡдимдәрҙе ҡарап, объекттар теҙмәһен төҙөйәсәк. Улар араһынан иң күп тәҡдимдәр йыйған бишәү рейтинг тауыш биреүҙә ҡатнаша. Тауыш биреү 1 мартҡа тиклем үткәрелә. Стәрлетамаҡта барлығы 21 участка асыласаҡ. Проект өсөн Стәрлетамаҡта йәшәгән 14 йәштән өлкән һәр кем үҙ тауышын бирә ала.
Тәҡдимдәрҙе электрон почтаға [email protected] йәки түбәндәге адрестар буйынса урынлашҡан махсус йәшниктәргә яҙып һалырға мөмкин: Хоҙайбирҙин урамы, 78, 3-сө ҡатта; Октябрь проспекты, 32, 1-се ҡатта.
Әйткәндәй, былтыр ҡала халҡы 2020 йылда төҙөкләндереү өсөн “Салауат” кинотеатры артындағы паркты һайлағайны.