Элек ул аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә генә тейеш булһа, хәҙер матди хәле ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, бар ғаиләләр ҙә компенсация аласаҡ.
Закон сығарыусылар, был закон демографик хәлгә лә ыңғай йоғонто яһарына ышана.
Закон мәктәпкәсә белем биреү йәшендәге балаларҙың максималь һанын йәлеп итергә форсат бирәсәк, демографик хәлгә ыңғай сағылыш табасаҡ, - тип билдәләне республика парламенты спикер Константин Толкачев. Компенсацияны республикала элек тә бөтә ғаиләләр алып килде. Әммә ул ваҡытлыса сара булып торҙо: компенсация ярты йәки бер йылға билдәләнә ине. Хәҙер иһә компенсация алыуға хоҡуҡ закон менән нығытылды.