Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Ғинуар 2020, 19:10

Кемдәрҙең эш хаҡы арта?

2020 йылда эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ кисергән тармаҡтарҙа һиҙелерлек эш хаҡы артыуы көтөлә.

Барыһынан бигерәк был IT, төҙөүселәр, инженерҙар, эшсе персонал һәм һатыу буйынса менеджерҙар өлкәһендәге белгестәргә ҡағыла.
Был турала HeadHunter Урал матбуғат хеҙмәте етәксеһе Анна Осипова белдерә.
«Бөгөн эш хаҡы буйынса IT тармағы лидер булып тора», тип билдәләй ул. Әле хеҙмәт баҙарында юғары кимәлдәге белгестәрҙе йәлеп итерҙәй тәҡдимдәр аҙ. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ябай айтишниктарға быйыл хафаланырға түгел.
Һатыу өлкәһендә лә эш биреүселәр ҡытлыҡ кисерә.
«Һатыу буйынса менеджерҙар һәр компанияла кәрәк», - ти HeadHunter вәкиле. Әммә, башҡа һөнәрҙәрҙән айырмалы булараҡ, килем кимәле бында күбеһенсә шәхси нәтижәлелек күрһәткестәренән тора.
Эш хаҡы күтәрелеүгә шулай уҡ
инженерҙар һәм эшсе персонал: слесарҙар, токарҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре иҫәп тота ала. Урал төбәктәрендә был һөнәрҙәрҙең үҫеше вакансиялар һаны буйынса күренә. Был төҙөлөш тармағына ла ҡағыла.
Элегерәк эш биреүселәр Рәсәй халҡына эш хаҡы күтәреү буйынса пландарҙы асып һала торғайны. HeadHunter сервисы белгестәре тикшереүҙәре мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй компаниялары үҙ хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын уртаса 10 процентҡа арттырырға йыйына. Бындай күтәреү стандарт булып тора. «Күпселек компаниялар йыл һайын аҙ булһа ла эш хаҡын күтәреп тора», - тип билдәләй Анна Осипова.
Р.ЗАМАНОВА.

Читайте нас: