Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Ғинуар 2020, 22:45

Туймазыла өр-яңы балалар поликлиникаһы асылды

#миллипроекттар#төбәкпроекттарыБашҡортостандың Туймазы районында өр-яңы балалар поликлиникаһы асылды. Был мөһим объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу ярҙамында барлыҡҡа килде.

Поликлиниканы төҙөү 2018 йылдың июлендә башланған. Төҙөлөшкә 336 миллион һум аҡса сарыф ителгән. Шуның 172 миллион һумы бинаны төҙөүгә, ә 164 миллионы – медицина ҡорамалдары һәм йыһаз һатып алыуға йүнәлтелгән.

Балалар поликлиникаһы тәүге бәләкәй пациенттарҙы ҡабул итә башлаған да инде, – тип хәбәр итәләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. – 5,5 мең квадрат метр майҙандағы яңы өс ҡатлы бина бер сменала 300 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән.

О. Яровиков фотоһы.

Читайте нас: