1 ғинуарҙан 2019 йылдың октябрендә ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы ҡануниәттең 10-сы статьяһына үҙгәреш индереү тураһында”ғы Закон үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы дәүләттән бер тапҡыр бирелә торған 600 мең һум күләмендә аҡсалата түләүгә хоҡуғы булған күп балалы ғаиләләр исемлеген киңәйтеү күҙ уңында тотола.
Хәҙер был түләүҙәрҙе 23 йәшкә тиклем һигеҙ һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр аласаҡ. Ә ошоға тиклем бындай ярҙам 18 йәшкә тиклем һигеҙ һәм унан да күберәк балаһы булған ғаиләләргә бирелә ине.