-11 °С
Болотло
Иң күп тыуым быйыл Стәрлетамаҡта, Ставрополдә, Түбәнге Вартала, Яр Саллыла һәм Махачкалала күҙәтеләсәк, ти социаль тикшереү үткәреүселәр.
Рәсәйҙә тыуымдың артыуы ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенең кәмеүенә, балалар баҡсалары, поликлиникалар һәм мәктәптәр төҙөлөүгә бәйле, тип иҫәпләй белгестәр. РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының социаль күҙәтеүҙәренә ҡарағанда, 19-39 йәштәге парҙарҙың 9 проценты бала табыуҙы ныҡлы ышаныс менән 2020 йылға планлаштырғандар.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, республикала “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу мөһим урында тора. Балаларҙы һәм әсәйҙәрҙе социаль яҡтан тәьмин итеү буйынса күп эштәр башҡарыла: төбәктә өр-яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары, мәктәптәр, поликлиникалар төҙөлә, балалар пособиеһы күләме арттырыла.