-11 °С
Болотло
«Милли проекттарҙы, грант программаларын һәм урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһын тормошҡа ашырыу барышында ауылда бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн беренсе тапҡыр 1 миллиард һум самаһы аҡса бүленде. Быйыл уларҙы финанслау элекке кимәлдә һаҡлана», — тип билдәләне Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмаз Ғәлимов.
«Башҡортостан 2018-2019 йылдарҙа ойошторолған ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса төбәктәр рейтингында беренсе урынды биләй, — тине Алмаз Ғәлимов. — Ошо ваҡыт эсендә Рәсәйҙә булдырылған яңы кооперативтарҙың 16 проценты — Башҡортостан берләшмәләре».
Шулай уҡ «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» дәүләт программаһы сиктәрендә былтыр ауыл инфраструктураһын үҫтереүгә 1,2 миллиард һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән 692, 8 миллион һумы федераль бюджеттан. Ауылда йәшәгән 840-лап ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидия алған. Бының өсөн 816 миллион һум бүленгән.
Ә 2020-2022 йылдарҙа башҡорт ауылдары инфраструктураларын үҫтереүгә 4,7 миллиард һум, шул иҫәптән 3,026 миллиард һум федераль бюджеттан йүнәлтеләсәк. Был аҡсаға 24-әр газ һәм һыу менән тәьмин итеү объекттары, 8 фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөләсәк, шулай уҡ 11 торлаҡ төҙөлөшө һәм 5 комплекслы ауыл биләмәләре үҫеше проекттары тормошҡа ашырыласаҡ.