Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ғинуар 2020, 10:05

Белоретта ҡан тамырҙары үҙәге асылды

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Белорет үҙәк район дауаханаһында Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге асылды.

Бында йылына 600 дауалау һәм диагностика процедураһы үткәреү ҡарала. Үҙәктә Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондары халҡы юғары квалификациялы медицина ярҙамы аласаҡ.
Ҡан тамырҙары үҙәгендә өс операция эшләнгән дә инде. Тәүге операцияларҙы үткәреүҙә Республика кардиология үҙәге табиптары ярҙам иткән.
Дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт иткән тәүге пациентҡа – 67 йәш, ул оҙаҡ йылдар йөрәк ишемияһы менән яфаланған.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Читайте нас: