Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ғинуар 2020, 10:00

Юлдарҙағы хәүефле участкаларҙы камералар күҙәтәсәк

#миллипроекттар#төбәкпроекттарыБашҡортостанда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә 14 районда һәм ике ҡалала (Нефтекама, Ағиҙел) юлдарҙағы хәүефле участкаларҙа 150 фото-видео күҙәтеү комплексы урынлаштырылған.

Был әле уларҙың тәүге партияһы ғына, бындай 609 камера 62 муниципалитетта урынлаштырыласаҡ. Эште майға тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.
Әле республикала ошондай стационар, күсеп йөрөүсе һәм мобиль 540 комплекс бар. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн түләнгән штрафтар төбәк ҡаҙнаһын тулыландыра. Шулай уҡ юлдарға камералар урынлаштырыу руль артында ултырыусыларҙы тәртипкә өйрәтә. Былтыр юл-транспорт ваҡиғаларының һәм аварияларҙа һәләк булыусыларҙың кәмеүе күҙәтелгән.
Читайте нас: