Ашҡаҙар
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Ғинуар 2020, 10:00

Ҡалала «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты тормошҡа ашырыла

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары#Стәрлетамаҡ2019 йылда ҡалала ошо милли проектҡа ярашлы бик күп эштәр башҡарылды, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнеш бүлегенән.

Иң ҙур объекттарҙың береһе 2,830 километр оҙонлоғондағы Өфө тракты (Химзавод ҡулсаһынан алып О. Кошевой урамына тиклем) юлы булған. Шулай уҡ Богдан Хмельницкий урамындағы юлды иң хәүефһеҙе тип әйтергә була, сөнки унда асфальт түшәүҙән башҡа яңы светофорҙар ҡуйылған.

Былтыр ҡалаға инеү юлдары ла ремонтланған: Ырымбур, Стәрлебаш, Өфө, Раевка тракттары. Ә Өфө һәм Раевка тракттарына асфальт заманса технология «Superpave» ҡулланып һалынған. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Советтар Союзы Геройы Анатолий Пантелькин һәм “Йәш гвардия” ойошмаһында ҡатнашыусы Олег Кошевой исемдәре менән аталған урамдар төҙөкләндерелгән.

Шулай уҡ ҡаланың тарихи өлөшөндә урынлашҡан Ивлев урамы ла программаға индерелгән. Милли проект сиктәрендә 15,486 километр оҙонлоғондағы 13 автомобиль юлдары заманса технологияларға таянып ремонтланған.

Белорет тракты ла иң ҙур объекттарҙың береһе — 2,363 километр. Ә Ленин проспектында яңы светофорҙар һәм ҡоймалар ҡуйылған. Шулай уҡ Блюхер урамы (Коммунистик урамынан Курчатов урамына тиклем), Урман урамы, Стәрлебаш тракты (Суханов урамынан тимер юл киҫелешенә тиклем) һәм Ҡаранай Моратов урамы (Коммунистик урамынан Артем урамына тиклем) хәүефһеҙ юлдар рәтендә буласаҡ.

Быйыл шулай уҡ Дуҫлыҡ (Геологический урамынан Волочаевка урамына тиклем), Николаев һәм Геологический урамдары, ә ҡаланың тарихи өлөшөндә Халтурин урамы төҙөкләндереләсәк. Ҡалала тағы ла 11 светофор һәм 248 юл билдәһе ҡуйыу планлаштырыла.

Читайте нас: