Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Ғинуар 2020, 18:40

Бәхетле киләсәк хаҡына

Башҡортостанда 90 мең бала яңы төр пособиеға дәғүә итә ала.Рәсәй президенты Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәйҙә бөгөнгө демография темаһы иң төп мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова ошо турала белдерҙе.

«Балалы ғаиләләргә ил президенты тәҡдим иткән яңы саралар - өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн яңы пособие төрө, беренсе балаға әсәлек капиталы тураһында, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров әйтмешләй, беҙ хыяллана ла алмай инек», - тип яҙа ул Фейсбукта.
3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособиеның был төрөнә Башҡортостанда 90 мең самаһы кеше - кемдәрҙең уртаса йән башына килеме йәшәү минимумынан артмай, шулар хәҙер үк дәғүә итә ала.
«Алдан иҫкәртеп ҡуям, саҡ ҡына түҙегеҙ. Беҙ федераль закон, унан дәүләт ҡарары ҡабул ителгәнен көтәбеҙ, шунан һуң ғына үҙ ҡарарыбыҙҙы ҡабул итәсәкбеҙ. Шул мәлдән алып ҡына был пособиеларҙы рәсмиләштерә һәм тәғәйенләй аласаҡбыҙ, - тип вәғәҙә итә Ленара Иванова. Реклама 13
Был яңы федераль саралар беҙ яңыраҡ әҙерләгән комплекслы саралар менән аһәңдәш булырына инанам».
Атап әйткәндә, һүҙ репродуктив технологиялар, инфраструктура булдырыу, ғаиләләге дуҫлыҡ, республика бала табыу йорттарында бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм уны сығарғанда беренсе документтар, балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә барғанда медосмотр үткәндә ваҡытты ике аҙнанан бер көнлөккә тиклем ҡыҫҡартыу тураһында саралар һалынған документ ҡабул итеү тураһында бара.
Р.САФИНА.
Читайте нас: