3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособиеның был төрөнә Башҡортостанда 90 мең самаһы кеше - кемдәрҙең уртаса йән башына килеме йәшәү минимумынан артмай, шулар хәҙер үк дәғүә итә ала.
«Алдан иҫкәртеп ҡуям, саҡ ҡына түҙегеҙ. Беҙ федераль закон, унан дәүләт ҡарары ҡабул ителгәнен көтәбеҙ, шунан һуң ғына үҙ ҡарарыбыҙҙы ҡабул итәсәкбеҙ. Шул мәлдән алып ҡына был пособиеларҙы рәсмиләштерә һәм тәғәйенләй аласаҡбыҙ, - тип вәғәҙә итә Ленара Иванова. Реклама 13
Был яңы федераль саралар беҙ яңыраҡ әҙерләгән комплекслы саралар менән аһәңдәш булырына инанам», - тип белдерҙе ошо турала Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова.
Бынан тыш, «йөклө һәм бала табыусы ҡатындарға ғаилә мөнәсәбәте» булдырыуға йүнәлтелгән «Асыҡ балалар йорто» концепцияһын тормошҡа ашырыу ҡаралған. Республикала әҙерләнгән саралар комплексы балаларҙы ҡарау һәм тәрбиәләү буйынса хеҙмәттәрҙе йәйелдереү; пассажирҙарҙы ташыуҙы ойошторғанда «Ғаилә» тарифының барлыҡҡа килеүе; концерттарға, спектаклдәргә, музейҙарға һәм киноға йөрөгәндә «Бөтә ғаилә менән» проектын тормошҡа ашырыу һәм «Демография» милли проектын сиктәрендә тормошҡа ашырыла торған башҡа сараларҙы үҙ эсенә ала.
«Владимир Путин тарафынан тәҡдим ителгән яңы грандиоз федераль саралар менән менән берлектә, ошо саралар тыуымды арттырыуҙа ҙур этәргес буласаҡ. Беҙҙең республикаға бәхетле һәм күп балалы ғаиләләр бик кәрәк», - тип йомғаҡлай һүҙен Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры.