Ашҡаҙар
+20 °С
Дождь
Милли проекттар
20 Января 2020, 05:00

Бөрйән районында заманса ике ФАП асылды

#миллипроекттар#төбәкпроекттары«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә республикала заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыу дауам итә.

Яңыраҡ шундай ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты Бөрйән районында ла асылды.

Был медицина пункттары Нәби һәм Яуымбай ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

Яңы ФАП-тар тейешле мебель һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән һәм барлыҡ талаптарға ярашлы төҙөлгән. Ә элеккеләре мейес яғып йылытылған, һыуы ла канализацияһы ла булмаған.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында 900-гә яҡын кеше хеҙмәтләндереләсәк, уларҙың 268-е – балалар.

Б.Тимерғәлиев фотоһы.

Читайте нас