Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Ғинуар 2020, 15:10

Башҡортостан мәктәптәрендә «Ғаилә ғилеме» дәресе уҡытыла башлауы ихтимал

БР Хеҙмәт министрлығы демографияны күтәреү маҡсатында мәғлүмәт- пропаганда кампанияһын йәйелдереп ебәрергә тәҡдим итә.

Тыуымды арттырыу сараһын күреү буйынса «Юл картаһы»нда мәғлүмәт проекттары ҡаралған, шул иҫәптән:
- «Башҡортостан балаларыбәхет» мәғлүмәт кампанияһын әҙерләү һәм бойомға ашырыу;
- үҫмерҙәрҙең һәм ирҙәрҙең репродуктив сәләмәтлеге тураһында аҙна һайын телевизион тапшырыуҙар алып барыу;
- барлыҡ дөйөм белем биреү ойошмаларында ла «Ғаилә ғилеме» программаһын һәм балаларҙың ял лагерҙарында профилле сменалар индереү.
Рәсәй Ижтимағи палатаһы тарафынан уҙғарылған мониторингтан күренеүенсә, ғаиләләр ярҙам саралары тураһында аҙ белә. Ғаиләләрҙең яртыһынан күбеһе, шул иҫәптән күп балалылар ҙа бындай саралар тураһында хәбәрҙар түгелдәр. Ошо турала республика парламенты спикеры Константин Толкачев белдерҙе.
БР Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы менән Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ тарафынан Башинформ сайтында бала тыуғанда ғаиләләр ала алырлыҡ саралар тураһында тулыһынса мәғлүмәтле лонгрид әҙерләнгән.
Р.САФИНА.
Читайте нас: