Ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнеш бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл урамдарға тағы ла 19 видеокамера урынлаштырыла.
Ә беренсе кварталда Раевка, Өфө, Стәрлебаш тракттары буйлап, Ҡара диңгеҙ урамындағы 4-се йорт янынан ҡалаға ингән һәм сыҡҡан урындарға, Шахтау ҡасабаһы яғына сыҡҡан урында, Б.Хмельницкий урамы буйлап Ашҡаҙар йылғаһы аша һалынған күпер алдына, Ырымбур трактында, Бабушкин урамында “Бергауф” компанияһы тирәһендә, Артем урамы, 70-се йорт (“Һаҡлыҡ банкы” туҡталышы менән йәйәүлеләр үткәүеле араһында), Ленин проспектындағы 2а һәм Бабушкин урамындағы 171-се йорттар янында камералар эшләй башлаясаҡ.
Видеокамералар 41 урында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы күҙәтәсәк, әле ҡалала 11 камера эшләй.
Руль артында ултырыусыларға ҡала урамдарындә тиҙлек режимын боҙмай, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тейешенсә үтәү зарур, сөнки ҡаланың һәр бер мөйөшөндә тиерлек камералар буласаҡ.