Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был проблема ыңғай хәл ителә башлаған. Әммә медицина учреждениеларына тар белгеслектәр буйынса табиптар етешмәй. Мәҫәлән, неврологтар, акушер-гинекологтар, педиатрҙар, анестезиолог-реаниматологтар, психиатрҙар, ашығыс медицина ярҙамы табиптары. Белгестәрҙе ауылдарға йәлеп итеү өсөн уларға торлаҡ һәм матди ярҙам күрһәтелә.
Башҡортостанда табиптарҙың етешмәүе көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып ҡала. Шунлыҡтан “Һаулыҡ һаҡлау системаһының медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү” төбәк проекты эшләнгән һәм ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла ла инде.