Башҡортостан халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрен модернизациялау буйынса Рәсәй субъекттарының пилот проектына эләкте. Республикала был өлкәгә яңылыҡ индереүҙе Стәрлетамаҡтан башлап ебәрҙеләр. Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә уның исеме генә үҙгәрмәне, хеҙмәтләндереү ҙә хәҙер заманса. Яңылыҡ индереүҙең төп бурысы – ҡағыҙ документтар менән эшләүҙән арынып, граждандар менән онлайн аралашыуға күсеү. Был ысул менән халыҡты хеҙмәтләндереү күпкә еңелләшә, хеҙмәт күрһәтеү кимәле лә күтәреләсәк, хатта эш биреүселәр һәм эш эҙләүселәр менән шәхсән эшләргә мөмкинлек булдырыласаҡ. Бында шулай уҡ электрон сират та ойошторолған. Был бигерәк тә бәләкәй балалары булған әсәйҙәр өсөн уңайлы.