Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ғинуар 2020, 10:00

Республикала ит ризыҡтары күпләп етештерелә башланы

#милли проекттар#төбәкпроекттарыРеспублика Хөкүмәтендә үткән “Инвестиция сәғәте”ндә “Мәләүез ит комбинаты” тәҡдим иткән проект ҡаралды.

Әле ойошмала 1 мең ярым тонна ит эшкәртеп сығарыла. Киләсәктә етештереүҙе киңәйтеү планлаштырыла. Бының өсөн 1 миллиард һум инвестиция йәлеп итеү ҡарала. Ойошма етәксеһе Артем Денисов ошо турала белдерҙе.
Башҡортостанда милли проекттарҙы бойомға ашырыу барышы Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активының республика башҡарма власы вәкилдәре менән осрашыуында тикшерелде. Беренсе вице-премьер Илшат Тажетдинов белдереүенсә, 2019 йылда проекттарға йүнәлтелгән аҡсаның 91 проценттан ашыуы үҙләштерелгән.
- Был эштә Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзалары әүҙем ҡатнаша, - ти штабтың “Экология” майҙансығы модераторы Морат Шафиҡов.
Маҡсатҡа ярашлы яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеү даими күҙәтеү аҫтында. Башҡортостанда 50 мәжбүри, 8 инициативалы проект бойомға ашырыла.
Читайте нас: