Ултырышта райондың торлаҡ-коммуналь комплексы мәсьәләләре, үткән йылда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһы эше тураһында фекер алышыу булды. Ведомство етәксеһе “Экология” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проекты буйынса эш барышы менән танышты. Үткән йылда эсәр һыуҙы таҙартыу системаһы төҙөлә башлаған. Проект буйынса 167 метр оҙонлоғондағы һыу үткәргес торбалар әҙерләү станцияһын төҙөү ҡаралған.