Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Ғинуар 2020, 10:00

Бер мең кеше бушлай өҫтәмә белем алыуға һанлы сертификат алды

#миллипроекттар#төбәкпроекттарыБылтыр Башҡортостан һанлы компетенцияларға кадрҙарҙы түләүһеҙ уҡытыу буйынса Рәсәйҙең пилот проектына ингәйне. Был проект «Һанлы иҡтисад» милли проектының «Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар» федераль проектына бәйле тормошҡа ашырыла.

- Башҡортостан халҡы һанлы иҡтисадтың 22 йүнәлеше буйынса өҫтәмә һөнәри белем алыуға бер мең персональ һанлы сертификат алды. Улар “Ҙур мәғлүмәттәр”, “Яһалма интеллект”, “Һанлы маркетинг” кеүек темаларға арналған, - ти республикала “Шәхси һанлы сертификаттар” проекты етәксеһе Руслан Ғәбиҙуллин.

Уның һүҙҙәре буйынса, Башҡортостанда өҫтәмә белем алырға теләүселәр бирелгән сертификаттарҙан күберәк булған. Сертификат алыу өсөн ғариза бирергә, тест үтергә, шулай уҡ бирелгән критерийҙарға тура килергә кәрәк булған. Йәғни программала ҡатнашыусылар 18 йәштән алып пенсия йәшенә тиклем (ир-егеттәр 65 йәшкә, ҡатын-ҡыҙҙар 60 йәшкә тиклем), шулай уҡ уларҙың урта һөнәри йәки юғары белеме тураһында дипломдары булырға тейеш.

Рәсәйҙә пилот проектҡа ингән биш төбәктә IТ- һөнәрҙәргә бушлай өҫтәмә белем алыу мөмкинлеге бирелде.

Читайте нас в