Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Ғинуар 2020, 18:10

Халыҡ иҫәбен алыу буйынса кәңәшмә

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә быйыл октябрҙә уҙасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса сираттағы вебинар булды.

Вебинарҙың темаһы «Соцмедиала эш – дөйөм ҡараштар» тип атала.
Росстат вәкилдәре
унда ҡатнашыусы ҡала хакимиәте һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы дәүләт статистикаһы бүлеге хеҙмәткәрҙәрен соцмедиа төрҙәре һәм уның үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Унда барлыҡ мөмкин булған мессенджерҙар һәм социаль селтәрҙәр мәғлүмәт алыуҙа еңел булыуы менән характерлана. Контенттың 90 процентын ҡулланыусыларҙың ни бары 1 генә проценты дәртләндереп ебәрә, 9 процент ҡулланыусылар контентҡа әүҙем иғтибар итә (баһалай, комментарийҙар яҙа) һәм 90 проценты ҡуйылған мәғлүмәтте ҡарап ҡына сыға. Спикерҙар билдәләп үтеүенсә, бөтә был нюанстар, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәтте урынлаштырғанда иҫәпкә алынырға тейеш.

Халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың 1 октябренән 31 октябренә тиклем уҙғарыласаҡ. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа өс юл менән ҡатнашырға була: өйҙә теркәлеү, стационар участкаға барыу йәки РФ дәүләт ярҙамы сайтында исемлеккә теркәлеү үтеү. Иҫәп алыусылар граждандарҙың һөйләгәне буйынса бөтә мәғлүмәтте яҙып аласаҡ, документаль раҫлауҙар талап ителмәй. Дөрөҫ мәғлүмәттәр биреү мөһим, ни өсөн тигәндә, яуаптар нигеҙендә барлыҡҡа килгән статистик мәғлүмәттәр артабан социаль-иҡтисади сәйәсәт уҙғарыуға йоғонто яһаясаҡ. Иҫәп алыусылар бөтә мәғлүмәттәрҙе махсус планшеттарҙа тултырасаҡ. Тултырғандан һуң, тикшергәндән һәм карточканы япҡандан һуң уны яңынан асып үҙгәртеүҙәр индереп булмаясаҡ. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте «ВКонтакте» https://vk.com/strana2020 төркөмөнә яҙылып алырға мөмкин.
Р.САФИНА.
Читайте нас: