Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Ғинуар 2020, 19:15

ЯҺАЛМА АҠЫЛ ЯРҘАМҒА КИЛӘ

Медицинаға яһалма аҡыл үтеп инә. Ул табиптарға тейешле дауалау ысулдарын әйтеп, аңлатып торасаҡ. Бындай электрон аҡыл ысын табиптарҙы алмаштыра аласаҡмы?

Бауыры сирлеләргә гемодиализ процедураһы бик мөһимлеген яҡшы беләбеҙ, пациенттарға аҙнаһына бер нисә тапҡыр дауаханаға барырға тура килә. Тап ошо гемодиализ клиникаларында яһалма интеллект һынау үтә лә инде. Ул табип-эксперттар фекеренә таянып, һәр пациентҡа уларҙың тәжрибәһен ҡулланып дауалау билдәләй. Яһалма аҡылға мөрәжәғәт итеүҙе кәрәкле тип тапһа, программа кәңәш бирә, ә уның менән файҙаланырғамы, юҡмы икәнлеген табип үҙе хәл итә, сөнки бөтә яуаплылыҡ уның өҫтөндә.
Программа өҫтөндә йыл буйы эшләгәндәр.Интеллектуаль алгоритмдар терапияның яраҡлы стратегияһын туғыҙ мең яҙма эсенән һайлап алырға ярҙам итә, 50 параметр буйынса анализ үткәрә. Һөҙөмтәлә дауалау сифаты, төпкөлдәрҙә сифатлы медицина ярҙамынан файҙаланыу яҡшырасаҡ.
Яһалма аҡылды тормошҡа ашырыу «Һанлы иҡтисад» милли проектына ярашлы башҡарыла. Федераль бюджеттан уны үҫтереүгә 20 миллион һумлыҡ грант бүленгән.
Мәғлүмәт «Башҡортостан» гәзитенән алынды.
Читайте нас: