Һөйләшеү Башҡортостанда өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға арналды.
- Әлеге аралашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы. Беҙ башҡарылған эштәр тураһында һөйләһәк, һеҙ уны тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотаһығыҙ, - тине Александр Сидякин.
Илшат Тажетдинов иһә республикала һәм илдә тормошҡа ашырылған милли проекттарҙың һәр береһенә айырым туҡталып, шул йәһәттән башҡарылған эштәр тураһында бик ентекләп һөйләне.
- Бөтәбеҙгә лә билдәле булыуынса, Владимир Путиндың май указдары, икенсерәк итеп әйткәндә, өҫтөнлөклө милли проекттар, илдә 2024 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Был маҡсатҡа Рәсәйҙә 25,7 триллион һум аҡса бүленгән. Башҡортостанда – 173,2 миллиард һум. Уларҙың барыһы ла кешенең тормошон яҡшыртыу, иҡтисадты үҫтереү, ғүмерҙәрҙе һаҡлауға тотоноласаҡ, - тине ул.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе ағзалары өсөн был аралашыу бик файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булды. Һәр проект буйынса бында координаторҙар билдәләнгән, улар был йүнәлештәге эште башланылар ҙа инде..