Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Февраль 2020, 20:55

Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу

Быйыл октябрҙә 12-се Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу уҙғарыла. Статистик тикшеренеүҙәрҙең тәүге һөҙөмтәләре 2020 йыл аҙағында билдәле буласаҡ – ун йыл эсендә беренсе тапҡыр беҙ ил халҡының фактик иҫәбен беләсәкбеҙ.

Халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге йомғаҡтары уны уҙғарғандан һуң ярты йыл үткәс – 2021 йылдың апрелендә барлыҡҡа киләсәк. Росстат Рәсәй халҡының дөйөм һанын һәм уның йәше һәм затын ғына әйтәсәк.
2022 аҙағына тиклем Рәсәйҙәге ҡайһы бер төбәктәрҙә һәм район-ҡалаларҙа йәшәүсе халыҡ һаны тураһында мәғлүмәт менән халыҡ иҫәбен алыуҙың тулы йомғаҡтары барлыҡҡа килергә тейеш.
2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек 2017 йылда башланғанлығын иҫәпкә алғанда, иҫәп алыуға бәйле саралар алты йыл самаһы ваҡытты аласаҡ.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: