Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Февраль 2020, 10:50

Ҙур мәктәптәрҙең береһе - Миловкала

#миллипроекттар#төбәкпроекттарыӨфө районының “Миловка паркы” биҫтәһендә 1225 урынға иҫәпләнгән мәктәп һәм 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөү дауам итә. Балалар баҡсаһы “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.

Мәктәп республикала икенсе иң ҙур белем усағы буласаҡ. Ошондай ҙур мәктәптең тәүгеһе Башҡортостандың 100 йыллығына Стәрлетамаҡта төҙөлөп, былтыр файҙаланыуға тапшырылды.

Мәктәп 18 мең квадрат метр майҙанды биләй, дүрт ҡатлы буласаҡ һәм тамаша залы – 495, ә ашхана 420 урынға иҫәпләнгән. Спорт залдарында ҡорамалдар һаҡлау, душ, санитар, тренер, саңғы һәм сисенеү бүлмәләре буласаҡ. Айырым табип, процедуралар, прививкалар, теш дауалау бүлмәләренән торған медицина блогы ла ҡаралған.

Ә балалар баҡсаһының дөйөм майҙаны 4 мең квадрат метр тәшкил итә. Ике ҡатлы баҡса биләмәһендә заманса балалар майҙансыҡтары һәм архитектура формалары буласаҡ.

Балалар баҡсаһы – 2020 йыл аҙағында тапшырылырға тейеш, мәктәп 2021 йылдың 3-4 кварталында төҙөлөп бөтәсәк.

Читайте нас: